Бөтә яңылыҡтар
Спорт
2 Декабрь 2021, 19:15

Тырышалар, ныҡышалар әммә һөҙөмтә бер үк...

Швецияла башланған биатлон буйынса  Донъя кубогының икенсе этабында ҡатын-ҡыҙҙар спринт бәйгеһендә көс һынашты.  

Был юлы ла беҙҙең спортсылар һәүетемсә генә сығыш яһап, төрлө сәбәптәргә һылтанып, киләсәккә ышаныс белдерҙе. Әллә инде, тырышып-тырмашалар, тик хәҙер үҙҙәренән күпкә көсһөҙөрәк башҡа ил биатлонсыларына ла ҡалыша башланылар. Әйтәйек бөгөн Австрия спортсыһы беренсе булып, Белоруссияның ике вөкиле дүрт көслө спортсы исемлегенә инде Ә инде беҙҙекеләрҙән Миронова – 20-се, Резцова – 27-се, Ниғмәтуллина – 29-сы, Куклина – 43-сө, Казакевич – 45-се һәм Васнецова 63-сө булып ярышты тамамланы.

Бер аҙҙан ир-ат та ошо уҡ дисциплинанан ярышҡа сығасаҡ.

Фото: ТАСС. 

Тырышалар, ныҡышалар әммә һөҙөмтә бер үк...
Тырышалар, ныҡышалар әммә һөҙөмтә бер үк...
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: