Бөтә яңылыҡтар
Спорт
1 Декабрь 2021, 01:00

“Салауат Юлаев” командаһы ниһайәт еңеү яуланы

Кисә КХЛ беренселегенең 35-се турында “Салауат Юлаев” командаһы Владивостокта урындағы “Адмирал” клубы менән уйнап, дүрт осрашыу рәттән отолғанынанн һуң, ниһайәт еңеү яуланы.

Юлаевсыларға еңеү шайбаларын Башкиров менән Кулемин  индерҙе. Ҡапҡасыбыҙ Метсола ла ҡапҡаһын быйыл беренсегә “ҡоро” ҡалдырҙы.

Шулай итеп, өфөләр ике мәрәй яулап, ҡумтаһын 43 шайбаға еткерҙе. Киләһе уйынын беҙҙекеләр үҙ майҙанында “Динамо” (Мәскәү) командаһы менән уҙғарасаҡ.

Әйткәндәй, “Адмирал” командаһы ваҡытлыса тәғәйенләнгән баш тренер Леонид Тамбиев етәкселегендә уйнаны.

Фото: ТАСС. 

“Салауат Юлаев” командаһы ниһайәт еңеү яуланы
“Салауат Юлаев” командаһы ниһайәт еңеү яуланы
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: