Бөтә яңылыҡтар
Спорт
30 Ноябрь 2021, 09:40

Мессиның ете “Алтын тубы” булды

Аргентина йыйылма командаһы һөжүмсеһе, Францияның “Пари Сен-Жермен” клубында сығыш яһаған билдәле Лионель Месси етенсегә “Алтын туп” менән бүләкләнде.  

Йыл да донъяның иң көслө уйынсыһына бирелә торған призға Месси, Левандовский менән Жоржиньоны уҙып китеп лайыҡланды. Ғөмүмән, Аргентина футболсыһы “Алтын туп”ты 2009, 2010, 2011, 2012, 2015, 2019 йылдар һәм бына быйыл йәнә яуланы. Ә бына Роналду, был юлы көслөләр исемлегенә лә инә алманы.

Фото: ТАСС. 

Мессиның ете “Алтын тубы” булды
Мессиның ете “Алтын тубы” булды
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: