Бөтә яңылыҡтар
Спорт
29 Ноябрь 2021, 10:10

Рәсәй тенниссылары сирекфиналға сыҡты

Теннис буйынса барған ир-ат командалары араһында Дэвис кубогы турнирында Рәсәй спортсылары Испания командаһын 2:1 иҫәбенә еңеп, сирекфиналға сыҡты.  

Ярымфиналға сығар өсөн улар Швеция тенниссылары менән уйнаясаҡ. Ғөмүмән, беҙҙең спортсылар биш тапҡыр финалда уйнап, үҙ тарихында ике тапҡыр (2002, 2006 йылдар) төп призды яулай.

Быға тиклем Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙар командаһы Билли Джин Кинг (элекке Федерация кубогы) турнирында еңеүсе булып,  дан ҡаҙанғайны.

Фото: ТАСС. 

Рәсәй тенниссылары сирекфиналға сыҡты
Рәсәй тенниссылары сирекфиналға сыҡты
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: