Бөтә яңылыҡтар
Спорт
29 Ноябрь 2021, 19:10

Гараничевтан ҡотолдолар...

Швецияла уҙасаҡ биатлон буйынса  Донъя кубогының икенсе этабына ла күп ваҡыт ҡалманы.    

Унда ҡатнашсаҡ Рәсәй йыйылма командаһының составы бер аҙ үҙгәреш кисерҙе. Әйтәйек, уңышһыҙ старт алған Евгений Гараничев менән Матвей Елисеев урынына  IBU кубогында һөҙөмтәгә ирешкән Василий Томшин менән Александр Поварницын йүгерәсәк. Ә бына ҡатын-ҡыҙҙар составы әлегә үҙгәрешһеҙ ҡалды.  

Икенсе этап, 2 декабрҙә башланып, спортсылар спринтта, эҙәрлекләүҙә һәм эстафетала көс һынашасаҡ.

Фото: ТАСС. 

Гараничевтан ҡотолдолар...
Гараничевтан ҡотолдолар...
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: