Бөтә яңылыҡтар
Спорт
29 Ноябрь 2021, 21:10

Cудья “Спартак”ка мәрәй бүләк итте…

Футбол буйынса Рәсәй Премьер-лига беренселегенең 16-сы турында “Өфө” командаһы  “Спартак” клубын ҡабул итеп, улар 1:1 иҫәбенә таралышты.  

Хужалар икенсе осорҙоң 70-се минутында алға сығып, инде генә еңдем тигәндә, хөкүм итеүсе өҫтәмә ваҡытта өфөләрҙең тәртип боҙоуын һуңынан ғына күреп ҡалып, VAR ярҙамында, йәки видеоҡабатлауҙы ҡарап, беҙҙекеләргә пенальти тәғәйенләй. Һөҙөмтәлә тегеләр уны оҫта файҙаланып, еңелеүҙән ҡотола һәм бер мәрәйле була. Ҡыҫҡаса әйткәндә, юҡ-барҙан пенальти тәғәйенләнә. Был күренеш, судья яғынан яҡлашыу тойғоһо һымаҡ күренде. Сөнки сит ил чемпионаттарында бындай күренешкә пенальти түгел һары карточка ла бирелмәй, буғай.

Шуға ҡарамаҫтан, "Өфө" футболсылары 16 мәрәй менән 12-се баҫҡысын һаҡлап ҡалды. 

Фото: ТАСС. 

Cудья “Спартак”ка мәрәй бүләк итте…
Cудья “Спартак”ка мәрәй бүләк итте…
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: