Бөтә яңылыҡтар
Спорт
29 Ноябрь 2021, 10:45

Беҙҙең саңғысыларҙың триумфы

Саңғыла йүгереү буйынса Финляндияла барған Донъя кубогының беренсе этабында Рәсәй йыйылма командаһы 15 саҡрым араға йүгереүҙә тәүге өс урынды яулап, уңышлы сығыш яһаны.  

Ир-аттарҙан Александр Большунов – беренсе, Сергей Устюгов – икенсе һәм Артем Мальцев финишҡа өсөнсө булып килде. Шулай уҡ Иван Якимушкин – дүртенсе һәм Алексей Червоткин алтынсы булды. Большунов тигәндән, ул шәхси беренселектә 28-се еңеү яулап, Рәсәй саңғы тарихында иң юғары һөҙөмтәгә өлгәште. Бында әлбиттә, Норвегия саңғысылары һыуыҡҡа һылтанып, ярышҡа сыҡмай ҡалдылар.

Беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙар иһә, әлегә ҡыуандырғаны юҡ. Ун саҡрым араға ярышыуҙа, Наталья Непряева – 12-се һәм Лилия Васильева – 17-се генә булып ярышты тамамланы.

Фото: ТАСС. 

Беҙҙең саңғысыларҙың триумфы
Беҙҙең саңғысыларҙың триумфы
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: