Бөтә яңылыҡтар
Спорт
28 Ноябрь 2021, 21:20

Гараничевтың кәрәге бармы ул...

Бөгөн биатлон буйынса   Донъя кубогының беренсе этабында спортсылар спринт бәйгеһендә көс һынашты.  

Был юлы ир-аттар ҙа, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа әллә ни һөҙөмтәләре менән ҡыуандыра алманы. Ир-аттарҙан Логинов унынсы булһа Латипов финишҡа 11-се килде. Ә инде Гараничев 113(!)-сө һөҙөмтә күрһәтте. Кисә ул 75-се булғайны. Һорау тыуа: кәрәкме ул?.. Ҡатын-ҡыҙҙарҙан Ирина Казакевич йәнә аҙаҡҡылар рәтендә ҡалды.  Кисә 109-сы булһа, бөгөн – 87-се. Улар араһынан  Ульяна Кайшева ғына 17-се килде.

Фото: ТАСС. 

Гараничевтың кәрәге бармы ул...
Гараничевтың кәрәге бармы ул...
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: