Бөтә яңылыҡтар
Спорт
27 Ноябрь 2021, 21:50

Яҡташыбыҙ – етенсе

Швецияла  башланған биатлон буйынса Донъя кубогының беренсе этабында ҡатын-ҡыҙҙарҙан һуң ир-аттар шәхси беренселектә көс һынашты.  

Бында ла беҙҙең спортсылар призерҙар исемлегенә инә алманы. Иң юғары һөҙөмтәгә өлгәшкән Эдуард Латипов  финиш һыҙығында трассаны бутап, һөҙөмтәлә 20 секунд тирәһе юғалтты һәм финишҡа етенсе булып килде. Чемпионат дебютанты Даниил Сверохвостов ике тапҡыр хаталанып, көслөләр араһында 15-се булды. Ә бына команда лидеры Александр Логинов тик 53-сө булһа,  һаман да нимәгәҙер өмөт иткән  Евгений Гараничев финишта 75-се ваҡыт күрһәтте. Кәрим Халили – 27-се һәм Матвей Елисеев 30-сы булып ярышты тамамланы.

Иртәгә спринтта ярышасаҡтар.

Фото: ТАСС. 

Яҡташыбыҙ – етенсе
Яҡташыбыҙ – етенсе
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: