Бөтә яңылыҡтар
Спорт
27 Ноябрь 2021, 17:40

Беҙҙекеләр Польша менән уйнаясаҡ

Футбол буйынса донъя беренселегенең стык осрашыуында Рәсәй командаһы Польша уйынсылары менән уйнаясаҡ.  

Быйылғы стык уйындарының форматы үҙгәреп, донъя чемпионатына эләгер өсөн бер яҡ командаға ике осрашыуҙа еңергә кәрәк. Мәҫәлән, әгәр беҙҙең футболсылар Польшаны ота ҡалһа, икенсе хәл иткес бәйгелә улар Швеция менән Чехия командалары араһында булған еңеүсе менән уйнаясаҡ. Ә инде уның еңеүсеһе, төп бәйгегә эләгәсәк.

Шулай итеп, Рәсәй футболсылары киләһе йылдың 24 мартында поляктарҙы ҡабул итәсәк. Ә инде еңеүсе 29 мартта билдәле буласаҡ.

Беҙҙең футболсылар үҙ тарихында ике тапҡыр стык бәйгеһендә уйнай һәм икеһендә лә отола. Ә инде поляктар менән биш осрашыу уҙғара һәм икеһе лә берәр еңеү яулап, өс уйын тигеҙ иҫәпкә тамамлана.

 

Беҙҙекеләр Польша менән уйнаясаҡ
Беҙҙекеләр Польша менән уйнаясаҡ
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: