Бөтә яңылыҡтар
Спорт
25 Ноябрь 2021, 11:30

“Салауат Юлаев”ҡа – 60 йәш!

Бөгөн КХЛ беренселегенең сираттағы турында “Салауат Юлаев” командаһы 60 йыллыҡ юбилейын билдәләп, “Витяль” клубы менән буласаҡ уйынға ретро формала сығасаҡ.  

Клуб 1960 йылда ойошторолоп, беренсе уйынын 1961 йылдың февралендә уҙғара. Ә инде 1961 йылдың 25 ноябрендә СССР чемпионытының “Б” класында тәүге официаль осрашыуын Силәбенең “Металлург” клубы менән уҙғарып, уларға 1:3 иҫәбенә еңелә. Унан һуң инде күп һыуҙар ағып, яратҡан командабыҙ ике тапҡыр Рәсәй беренселеге чемпионы була, бер тапҡыр Гагарин кубогы яулай һәм өс тапҡыр Рәсәй беренселегенең бронза миҙал призеры булып таныла. Унан тыш та әллә нисәмә төрлө турнирҙа еңеүсе исемен яулай.

Фото: ТАСС. 

“Салауат Юлаев”ҡа – 60 йәш!
“Салауат Юлаев”ҡа – 60 йәш!
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: