Быға тиклем уларҙа булған үҙ-ара уйында ла беҙҙең футболсылар “Наполи”ны 3:2 иҫәбенә отҡайны. Һәм бына хәҙер яуап бәйгелә лә ҡунаҡтарҙы 2:1 иҫәбенә алдырып, һөҙөмтәлә үҙ төркөмөндә беренсе урынға сыҡты.
Киләһе һуңғы төркөм осрашыуында “Спартак” командаһы Польшала “Легия” клубы менән уйнаясаҡ. Тик белеүегеҙсә, беҙҙең уйынсылар беренсе булған үҙ-ара осрашыуҙа уларға 0:1 иҫәбенә отолғайны.
Фото: ТАСС.