Спорт
23 Ноябрь 2021, 16:25

“Торпедо” юлаевсыларҙан үс алды...

Яңыраҡ “Салауат Юлаев” командаһы КХЛ беренселегенең сираттағы турында Түбәнге Новгородтың “Торпедо” клубын ҡабул итеп, уларға 0:1 иҫәбенә еңелде.  

Өфөләр күпие генә ҡунаҡтарҙың ҡапҡаһына юл эҙләмәһен, һөҙөмтә килеп сыҡманы. Ә бына  “Торпедо” уйынсыларының бер һөжүме голға килтерҙе һәм улар еңеү яулап,  уҙғанындағы юлаевсыларға отолғаны өсөн яуап бирҙе.

Шулай итеп, “Салауат Юлаев” командаһы икенсе уйын рәттән юғалтыу кисерҙе. Әгәр бөгөн “Аҡ барс” клубы дәғүәсеһен ота ҡалһа, улар өфөләрҙе дүртенсе урынға ҡыҫырыҡлап төшөрәсәк.

Ә инде киләһе осрашыуын юлаевсылар үҙендә “Витязь” хоккейсылары менән уҙғарасаҡ.

Фото: ТАСС. 

“Торпедо” юлаевсыларҙан үс алды...
“Торпедо” юлаевсыларҙан үс алды...
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас