Спорт
20 Ноябрь 2021, 10:20

Лидерҙар арый башланы…

Бөгөн “Салауат Юлаев” командаһы ситтәге һуңғы өсөнсө осрашыуын «Динамо» (Мәскәү) клубы менән уҙғарасаҡ.    

Көнбайыш конференцияһы лидерҙарының береһе быға тиклем ЦСКА уйынсыларын буллит серияһында алдырғайны. Һәм улар әлегә 38 мәрәй яулап. дүртенсе урында урынлашҡан. Ә инде өфөләр һуңғы ике уйында дүрт мәрәй яулап,  Көнсығышта – өсөнсө (42 мәрәй).  Уҙған турҙа беҙҙең конференцияның лидерҙары юғалтыу кисергәйне. «Металлург» хоккейсылары (49 мәрәй) «Авангард»ҡа (37 мәрәй) 2:4 иҫәбенә отолһа, «Трактор» командаһы (48 мәрәй) иһә, «Нефтехимик»ҡа (30 мәрәй) 0:1 иҫәбенә еңелде.

Фото: ТАСС. 

Лидерҙар арый башланы…
Лидерҙар арый башланы…
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас