Спорт
5 Ноября 2021, 04:20

Гамид Агаларов уҙған айҙың иң шәп футболсыһы

Футбол буйынса Рәсәй Премьер-лига һөҙөмтәһе буйынса октябрь айының иң яҡшы уйынсыһы тип, «Өфө» командаһы һөжүмсеһе Гамид Агаларов билдәләнде.  

Футболсы уҙған айҙа клуб өсөн дүрт осрашыу уҙғарып, өс тапҡыр уңышҡа өлгәшә. Ә инде дөйөм бомбардирҙар күрһәткесе буйынса ла ул алдынғылыҡты бирмәй. «Өфө»нөң 13 осрашыуҙа индергән 14 тубының 11-е уның иҫәбендә.

Беҙҙекеләр әлегә 13 мәрәй менән турнир таблицаһының 13-сө баҫҡысында урынлашҡан. Иртәгә улар беренселекте дауам итеп, Тулала урындағы «Арсенал» уйынсылары (12 мәрәй) менән осрашасаҡ.

Фото: ТАСС. 

Гамид Агаларов уҙған айҙың иң шәп футболсыһы
Гамид Агаларов уҙған айҙың иң шәп футболсыһы
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас