Ҡунаҡтар икенсе осорҙа ике яуапһыҙ шайба индереп алға сыға, тик һуңынан тәртип боҙоуы арҡаһында өҫтөнлөгөн юғалта. Хужалар шул арала өс гол менән яуап биреп, өҫтөнлөгөн оҫта файҙалана һәм уйын аҙағынаса һаҡлап ҡала. Өс уңышта ла Маркус Гранлунд үҙ өлөшөн индереп, шәхси күрһәткесен яҡшырта.
Шулай итеп. өфөләр 38 мәрәй яулап, Көнсығышта өсөнсө баҫҡыста нығынып ҡуйҙы.
Йома көндө “Авангард” командаһын ҡабул иткәндән һуң, йәкшәмбелә “Трактор” хоккейсыларына һынау тотасаҡ..
Фото: ХК Салават Юлаев.