Спорт
2 Ноябрь 2021, 04:50

Бабиков та бар

Киләһе йыл Ҡытайҙа уҙасаҡ Ҡышҡы Олимпия уйындарында ҡатнашыу өсөн Башҡортос­тандан 26 спортсы кандидат исемлегенә ингән.  

Улар араһында билдәле биатлонсылар, донъя чемпионы  Антон Бабиков менән Эдуард Латипов та бар. Шулай уҡ бобслейҙан Юлия Беломестных, Александра Тарасова, Ростислав Гайтюкевич, Георгий Кузьменко, Александр Третьяков, Илвир Хузин булһа, саңғы икеалышынан – Эрнест Яхин, сноубордтан – Елизавета Сәлихова, конькиҙа йүгереүҙән – Виктор Лобас, хоккейҙан – Мария Баталова, Дарья Белоглазова, Вероника Коржакова, Полина Лучникова, Илона Маркова, Мария Печникова, Анна Пругова, Елизавета Роднова, Мария Сорокина, Ольга Сосина, Татьяна Шибанова, Михаил Науменков һәм шорт-тректан Олимпия уйындары чемпионы, күп тапҡыр донъя һәм Европа беренселеге еңеүсеһе, билдәле Семен Елистратов, Анастасия Мигунова менән Лим Кабиров.
Уйындар 4 февралдән 22-һенә тиклем Пекинда уҙасаҡ.

Фото: ТАСС.

Бабиков та бар
Бабиков та бар
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас