Бөтә яңылыҡтар
Спорт
28 Октябрь 2021, 14:05

Рәсәй кубогы өсөн көрәшен тамамланы

«Өфө» командаһы Рәсәй берен­селегенең түбәнге лигаһында сы­ғыш яһаған «Алания» клубына 2:0 иҫәбенә еңелеп, төп приз өсөн юлын дауам итә алманы.  

Шулай итеп, 1/8 финалға Рәсәй Премьер-лигаһынан «Зенит», «Спартак», «Локомотив», «Рубин», «Сочи», «Динамо», ЦСКА, «Арсенал» менән «Түбәнге Новгород» уйынсылары сыҡһа, ФНЛ-1-ҙән – «Енисей», «Алания», «Ротор», КамАЗ, «Кубань» менән «Балтика», ФНЛ-2-нән «Чай­ка» клубы көсөн һынаясаҡ.
Киләһе осрашыуҙар 2022 йылдың март айында үтәсәк.
«Өфө» командаһы Рәсәй кубогы турнирында 14 тапҡыр ҡатнашып, иң уңышлыһын 2016/17 йылдарҙа миҙгелендә уҙғара. Ул ярымфиналға барып еткәйне. Тағы ике тапҡыр сирекфиналға етә.
Ә инде Рәсәй беренселегенә килгәндә, беҙҙекеләр уҙған турҙа «Рубин» клубы менән 1:1 иҫәбенә таралышып, икенсе уйын рәттән тигеҙ иҫәпкә уйнаны. Әлеге ваҡытҡа улар ун мәрәй яулап, турнир таблицаһының аҫтан икенсе урынын биләй.
Киләһе осрашыуында «Өфө» командаһы үҙ майҙанында унынсы баҫҡыста урынлаш­ҡан «Әхмәт» уйынсылары менән үткәрәсәк.

Фото: ТАСС. 

Рәсәй кубогы өсөн көрәшен тамамланы
Рәсәй кубогы өсөн көрәшен тамамланы
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: