Унда ҡатнашҡан Рәсәйҙең өс клубы ла үҙ майҙанында дәғүәселәрен ҡабул итеп, еңелеү кисерҙе. Башта “Спартак” командаһы Европа лигаһының өсөнсө төркөм уйынында Англияның “Лестер Сити” клубын 2:0 иҫәбенә ота килеп һөҙөмтәлә ҡунаҡтарға 3:4 иҫәбенә еңелде. Һуңынан Чемпиондар лигаһында сығыш яһаҡан “Зенит” командаһы Италияның билдәле “Ювентус” клубынан 0:1 иҫәбенә отола. Ә инде “Лококмотив” уйынсылары Төркмәнең “Галатасарай” командаһына ла ошо уҡ 0:1 иҫәбенә бирелә.
“Спартак” менән “Локомотив” клубтары үҙ төркөмдәрендә һуңғы урынды биләһә, “Зенит” иһә, өс мәрәй менән -өсөнсө.
Фото: ТАСС.