Спорт
20 Октябрь 2021, 17:10

Еңә килеп, отолдо...

Футбол буйынса Европа лигаһының төркөм осрашыуында “Спартак” командаһы Англияның “Лестер Сити” клубын ҡабул итеп, ҡунаҡтарға 3:4 иҫәбенә еңелде.  

Рәсәй уйынсылары беренсе осорҙа дәғүәсеһен 2:0 иҫәбенә ота килеп, һөҙөмтәлә уларға отолдо. Хәҙер был уңыштан һуң “Лестер” футболсылары дүрт мәрәй менән икенсе урынға күтәрелһә, беҙҙекеләр иһә өс мәрәй яулап, өсөнсө баҫҡысҡа төштө.

Шулай уҡ бөгөн Чемпиондар лигаһында сығыш яһаҡан “Зенит” командаһы (өс мәрәй) Италияның билдәле “Ювентус” клубын (алты мәрәй) ҡабул итә.

Фото: ТАСС. 

Еңә килеп, отолдо...
Еңә килеп, отолдо...
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас