Улар алдан әҙерләнгән шикелле уйын башланыу менән боҙға сыҡҡан бар уйынсылары ла “Авангард” хоккейсыларына йоҙроғон төйҙө.
Бынан ун йыл элек тә, ул ваҡытта “Витязь” командаһында “баш” булған Назаровтың уйынсылары Омск клубы хоккейсыларына ташланып, ҙур һуғыш ойошторғайны. Һәм бына был юлы ла элекке тафгай, “Авангард”ҡа үҙенең барын иҫләтеп, дәғүәсеһен көс менән йыҡмаҡсы булды. Тик был юлы көстәр тигеҙ булып сыҡты һәм Омск өлкәһе командаһы “Сочи” клубын оҫталығы менән алдырып, еңеү яуланы.
Фото: ТАСС.