Улар ул йәһәттән үҙенең рекордын да яңыртты. Тик уны уҙып китер өсөн уларға бөгөн мотлаҡ Ҡазан клубын алдырырға кәрәк. “Аҡ барс” иһә, әлегә бер еңеп, бер еңелеп, 25 мәрәй менән турнир таблицаһының дүртенсе баҫҡысында урынлашҡан.
Көнбайыш конференцияһында СКА командаһы юғарыға үрмәләне. Ә бына ЦСКА уйынсылары үҙ майҙанында “Амур” клубына 1:5 иҫәбенә отолдо. Конференция аутсайдеры – “Сочи” хоккейсылары Екатеринбургта “Автомобилист”ты буллит серияһында 4:5 иҫәбенә еңде. Иртәгә “Салауат Юлаев” командаһы ла Екатеринбургта ҡунаҡ буласаҡ.
Фото: ТАСС.