Спорт
10 Октябрь 2021, 15:15

Йәнә Фьюри еңде

Профессиональ бокс буйынса уҙған супер ауырлыҡ категорияһында WBC билбауына эйә булған  Англия спортсыһы Тайсон Фьюри, АҠШ бокссыһы Деонтей Уайлдер менән алышып, уны унынсы раундта нокаутҡа ебәреп еңде.  

Улар инде үҙ-ара өсөнсө тапҡыр көс һынашып, тәүгеһе ике тапҡыр уңышҡа ҡаҙанды. Беренсе алыш тигеҙ иҫәпкә тамамланһа, былтыр Тайсон еңеү яулай һәм бына йәнә осрашып, өҫтөнлөк Англия спортсыһы яғында була. Ғөмүмән. 33 йәшлек бокссы үҙ карьераһында 31 алыш уҙғарып, береһендә генә еңеүсене асыҡлай алмай. Ә инде Уайлдер 42 бәйгенең икеһендә отола һәм бер тапҡыр алышты тигеҙ иҫәпкә тамамлай.

Фото: ТАСС. 

Йәнә Фьюри еңде
Йәнә Фьюри еңде
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас