Спорт
8 Октября 2021, 03:50

«Металлург»ты туҡтата алмайҙар…

Магнитогорск командаһы  “Салауат Юлаев” хоккейсыларынан 2:7 иҫәбенә еңелеп, мәсхәрәнән ҡалғаны бирле, башҡа клубтарҙан ҡаршылыҡ күрмәй 12 уйын рәттән еңеү кисерә.  

Был юлы улар Ҡазанда урындағы “Аҡ барс”ты 3:1 иҫәбенә алдырҙы. Хәҙер улар 15 осрашыуҙан һуң 28 мәрәй яулап, даими беренселектә икенсе урында килгән “Трактор”ҙан дүрт мәрәйгә өҫтөнлөк итә. Уларҙан бер мәрәйгә ҡала килгән “Йокерит” өсөнсө баҫҡысты биләй.

Бөгөн ана шул Финляндия клубы Өфөлә “Салауат Юлаев” уйынсылары менән сәкәләшә. Өфөләр иҫәбендә иһә 22 мәрәй.

Фото: ТАСС. 

«Металлург»ты туҡтата алмайҙар…
«Металлург»ты туҡтата алмайҙар…
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас