Спорт
6 Октябрь 2021, 03:10

Хартикайнен 400-се мәрәй яуланы

КХЛ беренселеге башланып бер ай үтеүгә, командалар даими чемпионаттың биштән бер өлөшөн уҙҙы ла инде.   

Йылдағыса топ-клубтар үҙ кимәлен күрһәтеп, үҙ конференцияларында юғары урынды биләй. Көнбайыш конференцияһында “Йокерит”, “Динамо” (Мәскәү) һәм СКА командалары алмашлап лидерлыҡ позицияһын ҡулына алһа, Көнсығышта “Металлург” дилбәгәһен ҡулынан ысҡындырмай инде 11 уйын рәттән еңеү аотынан еңеү яулай. “Аҡ барс” хоккейсылары ла башта һөрөнөп алғас, тиҙ арала үҙ уйынын табып, хәлен рәтләне һәм лидерҙар янына һыйынды. Быйылғы миҙгелдә Гагарин кубогына ныҡлап әҙерләнгән “Трактор” клубы ла беҙҙең конференцияла лидерҙарҙың береһе булып һынала. Шуларҙың иҫәбендә һыналған “Салауат Юлаев” уйынсылары ике тапҡыр абынып алғас, уҙған турҙа күрше конференцияның аутсайдеры – “Сочи” командаһын 0:3 иҫәбенә еңде. Әлбиттә, осрашыу  нисектер башта сыуалҡы башланды. Ярай әле һуңынан ҡунаҡтар үҙ уйынын бәйләп, хужаларға өс яуапһыҙ гол индерә һәм ҡумтаһын ике мәрәйгә байытып ҡайта. Шул өс шайбаның береһен команда лидеры Теему Хартикайнен индереп, КХЛ-да уйнаған финдар араһында 400 мәрәй туплаған беренсе уйынсы булып танылды.

Шулай итеп, юлаевсылар 22 мәрәй туплап, икенсе урынға күтәрелде һәм киләһе уйынын үҙендә Көнбайыш лидеры – “Йокерит” уйынсылары менән уҙғарасаҡ.

Фото: ТАСС. 

Хартикайнен 400-се мәрәй яуланы
Хартикайнен 400-се мәрәй яуланы
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас