“Сочи” клубы әлегә бары һигеҙ мәрәй яулап, Көнбайыш конференцияһында һуңғы урынды биләй. Ә инде юлаевсылар уҙған уйында “Аҡ барс” уйынсыларына отолғас, Көнсығышта өсөнсө баҫҡысҡа төшөп торҙо. Юғарыла - “Металлург” (24 мәрәй). 22 мәрәй менән “Трактор” командаһы икенсе баҫҡысҡа менеп баҫты. Беҙҙекеләр 20-шәр мәрәй яулап, Ҡазан клубы менән өсөнсө-дүртенсе урындарҙы бүлешә.
Фото: ТАСС.