Спорт
29 Сентябрь 2021, 04:20

“Салауат Юлаев” командаһы “Автомобилист”кә һынау тота

Бөгөн “Салауат Юлаев” командаһы КХЛ беренселегенең даими чемпионатын дауам итеп, үҙ майҙанында “Автомобилист” клубын ҡабул итә.  

Өфөләр быға тиклем ситтә өс осрашыу уҙғарып, ҡумтаһын дүрт мәрәйгә байытып ҡайтҡайны. Улар башта “Северсталь” уйынсыларына 2:1 иҫәбенә отолоп, һуңынан СКА-ны 4:2 һәм “Локомотив” командаһын өҫтәмә ваҡытта 3:2 иҫәбенә алдырҙы. Әлеге ваҡытта юлаевсылар ун уйындан һуң “Металлург” менән 18-шәр мәрәй яулап, Көнсығышта беренсе-икенсе урындарҙы бүлешә. Екатеринбург хоккейсылары иһә, 13 мәрәй менән – бишенсе.

Фото: ТАСС. 

“Салауат Юлаев” командаһы “Автомобилист”кә һынау тота
“Салауат Юлаев” командаһы “Автомобилист”кә һынау тота
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас