Составта элеккеһенән әллә ни үҙгәрештәр юҡ. Шул Артем Дзюбаны саҡырғайнылар, уныһы әҙер түгелмен тип баш тартты. Ә бына яңыларҙан “Өфө” клубынан һөжүмсе Гамид Алагаров бар. Ул Рәсәй чемпионатында һигеҙ туп индереп, ошо юғарылағы баһаға лайыҡланды.
8 октябрҙә беҙҙекеләр Словакия командаһын ҡабул итһә, 11-ндә Словения менән осрашасаҡ. Әлегә Рәсәй уйынсылары Хорватия менән 13-әр мәрәй яулап, беренсе-икенсе урындарҙы бүлешә.
Фото: ТАСС.