Спорт
25 Сентябрь 2021, 09:50

Олег Знарок ҡайтты…

Рәсәйҙең билдәле хоккей белгесе, быға тиклем төп составты етәкләп, унан ситләтелгән Знарок, ҡабаттан Рәсәй командаһына баш тренер итеп тәғәйенләнде.  

Ошоғаса команданы етәкләгән Валерий Брагин уның ярҙамсыһы булып ҡаласаҡ. Знарок баш тренер булған саҡта команда менән Олимпия уйындарының «алтын»ына эйә булғайны. Ғөмүмән, әлеге тәғәйәнленеүе лә киләһе йыл буласаҡ уйындарҙы күҙ уңында тотоп эшләнгән эш тип уйларға ҡала. Килешеү бер йылға ҡаралған.

Фото: ТАСС. 

Олег Знарок ҡайтты…
Олег Знарок ҡайтты…
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас