Ғөмүмән, “Северсталь” уйынсылары үҙ майҙанында бар дәғүәселәр өсөн дә хужа икәнен күптән иҫбатлай ине. Ә инде өфөләр өсөн уңайһыҙ дәғүәсе лә булып һынала. Сөнки быға тиклем үҙ-ара булған бәйгеләрҙә лә өҫтөнлөк саҡ ҡына беҙҙекеләр яғында. Шуға ла был юлы ла улар ҡунаҡтарға ҡаршылыҡ күрһәтеп, эшлекле еңеү яуланы. Ҡапҡасылары ла күп ваҡыт уңышһыҙлыҡтан ҡотҡарҙы. Нисек кенә булмаһын, был хәл ҡасандыр булырға тейеш ине. Һәм уға “Северсталь” хоккейсылары булышлыҡ итте.
Киләһе уйынын юлаевсылар СКА командаһы менән уҙғарасаҡ.
Фото: ТАСС.