Бөтә яңылыҡтар
Спорт
21 Сентябрь 2021, 16:20

Джошуа – Усик. Кем – кемде?..

25 сентябрҙә Англияның профессиональ бокссыһы, WBА Super, WBO, IBF һәм IBO билбауҙарына эйә булған билдәле Энтони Джошуа, WBO версияһы буйынса донъя чемпионы исеменә дәғүә иткән  Украина ауыратлеты Александр Усик менән алышасаҡ.  

Тәүгеһе үҙенең профессиональ карьераһында 25 алыш уҙғарып, береһендә генә еңелһә, Усик иһә, 18 алыштың береһендә лә отолоуҙы белмәй. Кем еңеүсе булыуына ҡарамаҫтан, Джошуа ошо алыштан һуң кеҫәһен 17,5 миллион евроға ҡалынайтасаҡ.

Бәйге Англияның “Тоттенхэм” стадионында уҙасаҡ. Ҡайһы бер мәғлүмәттәргә таянғанда, уны  63 мең кешенең  күҙәтеүе күҙаллана.

Фото: ТАСС. 

Джошуа – Усик. Кем –  кемде?..
Джошуа – Усик. Кем – кемде?..
Автор: Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас