Спорт
18 Сентябрь 2021, 16:30

Ете уйында ете еңеү

Бөгөн “Салауат Юлаев” командаһы “Динамо” (Минск) клубын 1:0 иҫәбенә отоп, миҙгел башынан башланған еңеүен етегә еткерҙе.  

Юлаевсылар составынан берҙән-бер еңеү шайбаһын Финляндия легионеры Гранлунд индерҙе.

Шулай итеп, өфөләр ете осрашыуҙан 14 шайба яулап, Көнсығыш конференцияһында лидер булып һынала. Уларҙан бер генә мәрәйгә ҡалышып, “Трактор” уйынсылары килә.  “Металлург” та юлаевсыларҙан отолғаны бирле, башҡаларға бирелгәне юҡ. Көнбайышта “Динамо” (Мәскәү) командаһы ла отолоуҙы белмәй килә.

Киләһе осрашыуын беҙҙекеләр ситтә “Северсталь” хоккейсылары менән уҙғарасаҡ. Череповец клубы әлегә  биш мәрәй яулап, үҙ конференцияһында һуңғы урынды биләй.

Фото: ТАСС.

Ете уйында ете еңеү
Ете уйында ете еңеү
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас