Спорт
16 Сентябрь 2021, 10:05

Мәсхәрә дауам итә...

Футбол буйынса Европа кубоктарына бәйге башланыу менән Рәсәй клубтары үҙ кимәлен күрһәтә башлай.  

Чемпиондар лигаһында сығыш яһаған “Зенит” клубы беренсе төркөм осрашыуында билдәле “Челси” командаһына 0:1 иҫәбенә еңелгәс, хатта ошондай һөҙөмтәгә өлгәшеп, ҡыйралмауына ҡыуаныбыраҡ та ҡуйҙы. Ә инде “Спартак” командаһы үҙендә Польшаның “Легия”һын ҡабул итеп, ҡунаҡтарға бер туп индерә алмай, уларға 0:1 иҫәбенә отолдо.  Ғөмүмән, һуңғы йылдарҙа беҙҙең клубтар Европа кимәлендә үҙен күрһәтә алмай ыҙалана.  Күрәһең, Рәсәй футболында ла ниҙер ҡылып. үҙгәрештәр индерергә кәрәк. Сөнки күптән инде бер урында тапаналар...

фото: ТАСС.

Мәсхәрә дауам итә...
Мәсхәрә дауам итә...
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас