+5 °С
Дождь
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
15 Сентябрь , 12:50

Ҡытай йыйылма командаһы килә...

Иртәгә “Салауат Юлаев” командаһы үҙендәге осрашыуҙарын дауам итеп, Ҡытайҙың “Куньлунь Ред Стар” клубын ҡабул итәсәк.  

Быға тиклем өфөләр биш уйында биш еңеү яулап, Көнбайыш конфе­ренцияһында сығыш яһаған “Динамо” (Мәскәү) уйынсылары менән икеһенең генә юғалтыу кисергәне юҡ. Күрше конференциянан “Спартак”, СКА, “Йокерит” һәм ЦСКА хоккейсылары алты бәйгенән һуң, икешәр тапҡыр отолһа, Көнсығыштан, “Трактор” менән “Металлург” хоккейсылары берәр мәртәбә еңелде. Турнир таблицаһының түбәнге өлөшөнә килгәндә, “Адмирал” менән “Амур” командаһы ғына еңеү бәхетен кисергәне юҡ. Тик тәүгеһе, өс тапҡыр өҫтәмә ваҡытта отолоп, өс мәрәй яулаған. Ә бына Хабаровск клубы бер генә мәрәй алған.
Юлаевсыларға килгәндә, улар үҙ тарихында беренселекте уңышлы башлап, бар белгесте лә аптыратты. Сөнки күптәр өфөләрҙең миҙгел алдынан селекция эшен баһаламаны. Йәнәһе, улар башлыса өлкән уйынсыларға өҫтөнлөк биргән. Тик әлегә, “ветеран”дар мах бирмәй, дөйөм уңышҡа тос өлөш индерҙе. Әлбиттә, миҙгел башланып ҡына тора, беҙҙекеләр арырҙар, әммә киләсәккә өмөт бар кеүек күренә.
Ҡытай командаһынан һуң,  беҙҙекеләр шәмбе көнө “Динамо” (Минск) клубы менән үҙендәге һуңғы осрашыуын уҙғарып, Череповецҡа юлланасаҡ.

Ҡытай йыйылма командаһы килә...
Автор:Нур Ҡәҙербаев