74 йәшлек тренер, һуңғы тапҡыр Кюрасао йыйылма командаһын шөғөлләндерә ине. Тик ҡәһәрле сир менән ауырып китеп, башҡаса футболға ҡайтмаҫҡа булды. Гус, беҙҙең команданы 2006 йылдан 2010 йылға тиклем етәкләй. Бер миҙгел “Анжи” клубында ла эшләп өлгөрә. Шулай уҡ “Валенсия”, “Челси”, ПСВ “Реал” кеүек билдәле командаларҙа эшләй. Көньяҡ Корея, Австралия, Төркиә һәм Нидерланд уйынсыларын да шөғөлләндерә.
Фото: ТАСС.