Яңыраҡ шул хаҡта Халыҡ-ара хоккей федерацияһының президенты Рене Фазель белдерҙе. Әлбиттә, күптәр өсөн был бик яҡшы яңылыҡ, сөнки шул хәтлем ҙур сарала донъя хоккей «йондоҙ»ҙарының ҡатнашмауы, күптәрҙең күңелен ҡыра ине. Бәҫе лә самалы булды. Хәҙер бына Сидни Кросби, Коннор Макдэвид, Патрик Кейн, Александр Овечкин, Никита Кучеров, Андрей Василевский кеүек билдәле уйынсыларҙың уйыны менән кинәнәсәкбеҙ.
Фото: ТАСС.