Спорт
6 Сентябрь 2021, 06:30

Италия футболсылары 36 осрашыу рәттән еңелгәне юҡ

Иртәгә Рәсәй йыйылма командаһы футболсылары донъя чемпионатының сираттағы һайлап алыу төркөм осрашыуында Мальта уйынсылары менән уйнаясаҡ.  

Быға тиклем Карпиндың тәрбиәләнеүселәре Хорватия менән 0:0 һәм Кипр командаһын 2:0 иҫәбенә еңеп, яңы “баш” аҫтында беренсе тапҡыр уңышҡа өлгәште. Хәҙер улар хорваттар менән бер үк 10-ар мәрәй яулап, беренсе-икенсе урындарҙы бүлешә. Туп айырмаһы буйынса ғына беҙҙекеләр уларҙан юғарыраҡ тора. Өсөнсө – Словения (7 мәрәй). Словакия футболсылары иҫәбенә 6 мәрәй булһа, Кипр менән Мальта 4-шәр мәрәй менән һуңғы ике урынды бүлешә.

Башҡа төркөм һөҙөмтәһенән, Италия уйынсыларыныҡы маҡтауға лайыҡ. Сөнки улар 36 осрашыу рәттән отолмай, донъя рекордын яңыртты. Быға тиклем Бразилия футболсылары 1993 йылдан 1996 йылға тиклем 35 уйын рәттән еңелеү кисермәһә, испандар ошо уҡ һөҙөмтәгә 2007 йылдан 2009 йылға хәтлем ирешкәйне.

Фото: ТАСС.

Италия футболсылары 36 осрашыу рәттән еңелгәне юҡ
Италия футболсылары 36 осрашыу рәттән еңелгәне юҡ
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас