Улар донъя беренселегенә һайлап алыу төркөм бәйгеһендә Хорватия командаһын ҡабул итте һәм улар менән иҫәпте аса алмай 0:0 иҫәбенә таралышты. Был уйындан һуң, икеһе лә 7-шәр мәрәй яулап, үҙ төркөмөндә беренсе-икенсе урындарҙы бүлешә. Киләһе осрашыуын беҙҙекеләр Кипрҙа урындағы футболсылар менән көс һынашһа, хорваттар иһә Словакия командаһы менән уйнаясаҡ. Бәйгеләр шәмбе уҙасаҡ.
Шулай «Н» төркөмөндә Мальта уйынсылары Кипрҙы 3:0 иҫәбенә еңһә, Словения командаһы словактар менән 1:1 иҫәбенә уйнаны.
Башҡа төркөмдәрҙәге бәйгегә килгәндә, Ҡаҙағстан командаһы Украина футболсылары менән 2:2 иҫәбенә таралышһа, Португалия уйынсылары Роналдуның ике голы менән Ирландия командаһын 2:1 иҫәбенә отто.
Фото: ТАСС.