Спорт
2 Сентябрь 2021, 07:35

Хоккей башланды

Кисә уҙған миҙгел Гагарин кубогы финалсылары «Авангард» командаһы менән ЦСКА клубы үҙ-ара уйнап, сираттағы КХЛ беренселегенең даими чемпионатын башлап ебәрҙе.  

Төп призды яулаған Омск өлкәһе уйынсылары әрме хоккейсыларын 4:0 иҫәбенә еңеп, уңышын йәнә иҫбатланы. Бөгөн башҡалар бәйгегә аяҡ баҫып, ете сорашыу уҙғарасаҡ. «Салауат Юлаев» хоккейсылары Ҡаҙағстанға юлланып, иртәгә урындағы «Барыҫ» менән уйнаясаҡ.

Фото: ТАСС. 

Хоккей башланды
Хоккей башланды
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас