Спорт
25 Август 2021, 05:55

Беҙҙекеләргә «бронза» ла «алтын»ға торошло…

Хоккей буйынса Рәсәй ҡатын-ҡыҙ йыйылма командаһы Канадала барған донъя беренселегендә, чемпионат фавориты АҠШ уйынсыларына 0:6 иҫәбенә еңелеп, әлегә өс мәрәй яулап, үҙ төркөмөндә өсөнсө урынды биләй.  

Бәйгенең өс тапҡыр бронза миҙалына эйә булған беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙар һуңғы төркөм осрашыуын Финляндия командаһы менән уҙғарасаҡ. Шуныһы ҡыҙыҡ: төркөмдәге бар командалар ҙа плей-оффта уйнаясаҡ.

1990 йылдан алып уҙған беренселектә, Канада менән АҠШ ҡатын-ҡыҙҙары ғына йыл да алмашлап, беренселекте яулай. Уҙған чемпионатта ғына Финляндия командаһы араларына ҡыҫылып, көмөш миҙаллы була. Беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙар әлегә бер ҙә финалға сыға алмай, үҙ тарихында өс тапҡыр өсөнсө урын менән ҡәнәғәтләнә. Бәхетле бронза миҙал өсөн иһә, Швеция, Финляндия һәм Рәсәй уйынсылары көрәш алып бара.

Фото: ТАСС. 

 

Беҙҙекеләргә «бронза» ла «алтын»ға торошло…
Беҙҙекеләргә «бронза» ла «алтын»ға торошло…
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас