Унда «Аҡ барс», «Металлург», СКА һәм «Салауат Юлаев» командалары ғына көс һынашты, сөнки уҙған миҙгел төп кубокты яулаған «Авангард» һәм дә «Динамо» (Мөскәү) менән ЦСКА клубтары ла турнирҙа ни сәбәптер ҡатнашманы. Шуға ҡарамаҫтан, сара бик көсөргәнешле уҙҙы. Әйтәйек, һуңғы урын алған өфөләр, СКА уйынсыларын ғына еңеп, ҡалған өс уйында дәғүәселәренә минималь иҫәпкә генә отолдо. Ә инде еңеүсе булып, турнир хужалары танылды. Икенсе – СКА һәм өсөнсө күрһәткескә «Металлург» командаһы өлгәште.
Шулай итеп, миҙгел алды бәйгеләре тамамланып, командалар сираттағы беренселеккә бына-бына аяҡ баҫырға тора. Чемпионат 1 сентябрҙә юлға сығасаҡ.
Фото: ТАСС.