Спорт
17 Август 2021, 04:50

Юлаевсылар рәтен Кулемин нығытты

«Салауат Юлаев» командаһы составын нығытыу йәһәтенән, йәнә бер һөжүмсе менән килешеү төҙөнө.  

Улар быға тиклем НХЛ-да тәжрибә туплап, уҙған миҙгел «Металлург» клубында көсөн һынаған Николай Кулеминды йәлеп итмәксе булды. Магнитогорск хоккей мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе, 35 йәшлек хоккейсы, былтыр КХЛ беренселегендә 22 уйын уҙғарып, алты тапҡыр гол индерә. Шулай уҡ ул, заманында төп команда составында ике тапҡыр донъя чемпионы булып өлгөрә

Әлеге ваҡытта «Салауат Юлаев» уйынсылары Ҡазанға юлланып, Гагарин кубогын яулаусылар араһында йыл да уҙған турнирға юлланды.

Фото: ТАСС. 

Юлаевсылар рәтен  Кулемин нығытты
Юлаевсылар рәтен Кулемин нығытты
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас