Спорт
16 Август 2021, 05:50

Шамонино чемпионы, йәнә уңышҡа ҡаҙанды

Яңыраҡ Ҡазанда джиу-джитси буйынса беренсе тапҡыр AJP PRO-GI тип аталған халыҡ-ара турнир уҙҙы.  

Унда Рәсәйҙән һәм сит илдән 200-гә яҡын үҫмер һәм дә билдәле көрәшселәр көс һынашты. Башҡортостандың Өфө районы Шамонино ауылынан да йәш спортсылар көс һынашып, һигеҙ йәшлек Асҡар Урманов үҙ ауырлыҡ категорияһында беренсе урын яулап, сираттағы уңышына ҡаҙанды. Быға тиклем дә Асҡар, ҡатнашҡан һәр бер турнирҙа еңеүселәр рәтендә һаналды. Йәш чемпионға, киләсәктә лә уңыштар теләге килә. Афарин!

Фото: Урманов.

Шамонино чемпионы, йәнә уңышҡа ҡаҙанды
Шамонино чемпионы, йәнә уңышҡа ҡаҙанды
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас