Спорт
16 Август 2021, 07:15

Өсөнсө булһа ла еңеүсене еңде

Яңыраҡ Мәскәүҙә пляж футболы буйынса беренсе тапҡыр континент-ара кубогына ҡатын-ҡыҙҙар араһында турнир уҙҙы.  

Унда футбол буйынса өс халыҡ-ара ассоциацияһының рейтинг буйынса көслө булып һаналған Рәсәй, Испания, Бразилия һәм АҠШ командалары ҡатнашты. Турнир хужалары башта АҠШ уйынсыларын өҫтәмә ваҡытта 2:1 иҫәбенә отҡас, икенсеһендә испандарға 3:4 иҫәбенә еңелде. Ә инде һуңында Бразилия футболсыларын 4:1 иҫәбенә алдырһа ла, һөҙөмтәлә ярышты өсөнсө урында тамамланы. Беренсе -Бразилия, икенсе – Испания һәм АҠШ командаһы бер мәрәй ҙә яулай алмай, дүртенсе булып танылды.

Шулай уҡ, оҙаҡламай Мәскәүҙә пляж футболы буйынса ир-ат командалары араһында донъя чемпионаты уҙасаҡ.

Фото: ТАСС.

Өсөнсө булһа ла еңеүсене еңде
Өсөнсө булһа ла еңеүсене еңде
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас