Артём Дзюба күптән инде командала үҙ урынын табып, быға тиклем булған команданың бер официаль уйыны ла унһыҙ уҙмай торғайны. 2011 йылда башлап, төп командаға саҡырыу ала. Әммә, етәкселек уға әллә мохтажлыҡ кисермәй. Һәм бер нисә йыл уҙғас ҡына төп командала нығынып китә. Шул арала команда өсөн 55 осрашыу уҙғарып, 30 тапҡыр гол индерә. Быйыл уҙған Европа чемпионатында пенальтиҙан ғына гол индереп, башҡаса уңышҡа өлгәшә алмай.
Әлегә Рәсәй командаһы етәкселеге киңәйтелгән состав менән таныштырҙы. Унда яңыларҙан дүрт-биш уйынсы бар. Беҙҙекеләр 1 сентябрҙә һайлап алыу турында Хорватия футболсыларын ҡабул итеп, 4-ндә Кипрҙа, урындағы команда менән уйнаясаҡ. Ә инде 7 сентябрҙә Мальта менән осрашасаҡ.
фото: ТАСС.