Спорт
14 Август 2021, 06:35

«Өфө», «Спартак» булмаҫ…

Бөгөн футбол буйынса Рәсәй Премьер-лига беренселегенең дүртенсе туры башлана.  

«Өфө» командаһы Түбәнге Новгородта чемпионат дебютанты «Түбәнге Новгород» клубы менән уйнаясаҡ. Хужалар дебютант булыуына ҡарамаҫтан, «Спартак»ты еңеп ҡайтарҙы әле ул. Йәмғеһе ете мәрәй яулап. хатта турнир таблицаһының бишенсе баҫҡысына менеп баҫты. Беҙҙекеләр иһә, бары бер мәрәй менән, аҫтан дүртенсе. Бәлки,  бөгөн хәлен яҡшырта төшөр, тик юғарыла яҙыуыбыҙса, бик ҡаты «сәтләүек» һымаҡ күренә…

Фото: ТАСС. 

«Өфө», «Спартак» булмаҫ…
«Өфө», «Спартак» булмаҫ…
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас