Спорт
14 Августа 2021, 04:05

Бушлай биргән 30 миллион евронан баш тартҡан…

Яңыраҡ Токиолағы Олимпия уйындарында алтын миҙал яулаған 14 йәшлек Ҡытай спортсыһы хөкүмәт биргән 30 миллион евронан баш тартҡан.  

Ун метрлыҡ трамплиндан һикереү буйынса Олимпия уйындары чемпионы Цюань Хунчань, бүләк итеп аласаҡ килемен, әсәһенең бынан дүрт йыл элек авария һәләкәтенән алған йәрәһәтен дауалау өсөн файҙаланыуы хаҡында белдерә. Был хаҡта белгәстәр, уның ғаиләһенә 30 миллион евро аҡса тәҡдим итәләр. Әммә фермер булып эшләгән ғаилә башлығы, ҙур сумманан баш тартып, бер тинегеҙҙе лә алмайым тип. ҡырҡа һуҡҡан…

Беҙҙә алтын миҙал яулаған спортсыға 4 миллион һум, икенсе урын алыусыға - 2,5 миллион һәм бронза миҙал призерына 1,7 миллион һум аҡса бирҙеләр. Уға өҫтәп урындағы етәкселәр ҙә премияларын йәлләмәне. Әйтәйек, Башҡортостан етәкселеге  Токио чемпионы Аделина Заһиҙуллинаға 2 миллион һум өҫтәп бирһә, көмөш миҙал яулаған Тимур Сафинды 1,5 миллион һумға байытты. Ә бына Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, көрәш буйынса еңеүсе булған Абдулрашид Садулаевҡа кеҫәһенән 1 миллион доллар (!) сығарып биргән... Ҡот осҡос бит, ысын булһа...

Фото: ТАСС.

Бушлай биргән 30 миллион евронан баш тартҡан…
Бушлай биргән 30 миллион евронан баш тартҡан…
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас