Рәсәй спортсылары һуңғы ярыш көндө ике көмөш миҙал яулап, миҙалдар һанын 71-гә еткерҙе һәм дөйөм миҙалдар һаны буйынса өсөнсө урында ҡалды. Ә инде юғары күрһәткестәр буйынса Ҡытай, АҠШ, Япония һәм Бөйөк Британия атлеттарынан ҡала, бәйгене бишенсе урында тамамланы. Әлбиттә, көслө өсәү исемлегенә инә алманы, әммә уҙған һуңғы ике уйындар менән сағыштырмаса, уңышлыраҡ сығыш яһаны.
Бөгөн гандбол буйынса ҡатын-ҡыҙҙар командаһы финалда Францияға еңелеп, быға тиклем ҡаҙанған уңышын ҡабатлай алмай, көмөш миҙал менән бүләкләнде. Шулай уҡ художество гимнастикаһынан да Рәсәй командаһы ярышты икенсе һөҙөмтә менән тамамланы.
Шулай итеп, Токио менән хушлашып, киләһе Парижда буласаҡ уйындарға тиклем…
Фото: ТАСС.