Башта ирекле көрәштән Абдулрашид Сабдулаев Олимпия уйындары чемпионы булһа, һуңынан синхрон йөҙөү буйынса Рәсәй спортсылары команда беренселегендә беренсе урын алды. Ә инде яңыраҡ, бейеклеккә һикереү буйынса билдәле Мария Ласицкене өсөнсө «алтын»ға лайыҡланды.
Шулай уҡ Гаджимурад Рашидов ирекле көрәштән бронза миҙал яуланы.
Бөгөнгә өс алтын, ике көмөш һәм бер бронза миҙал яулап, беҙҙең спортсылар миҙалдар һанын 68-гә еткерҙе.
фото: ТАСС.