34 йәшлек һөжүмсе командала ҡалғыһы килһә лә, етәкселек менән уртаҡ фекергә килә алмай, килешеүен оҙайта алманы. Ул ошоғаса «Барселона» өсөн генә уйнап, улар составында ун тапҡыр Испания беренселеге чемпионы була. Ете тапҡыр уның кубогын яулай. Шулай уҡ Чемпиондар лигаһында дүрт, УЕФА-ның суперкубогында өс тапҡыр еңеүсе булып, клубтар араһында уйнатылған чемпионатта өс тапҡыр беренселекте яулай. «Барселона» составында алтышар тапҡыр «Алтын бутса» менән «Алтын туп» приздарына эйә булды. Үҙ карьераһында 778 уйын уҙғарып, 672 гол индерә һәм 305-ндә уға булышлыҡ итә.
Аргентина йыйылма командаһы составында 151 осрашыуҙа ҡатнашып, 76 тапҡыр уңышҡа өлгәшә.
Фото: ТАСС.